АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
15 Октябрь 2024, 04:25

Ай менән Сатурн осрашҡан

Үткән төн Башҡортостан күгендә Ай һәм Сатурн осрашҡан. Сатурнды тағы бер нисә көн күҙәтергә була. 17 октябрҙә ул көнсығышта 19.18 сәғәттә ай менән бер юлы күренәсәк. 

Үткән төн Башҡортостан күгендә Ай һәм Сатурн осрашҡан. Астрономик хәлде «Башинформ» журналисы Станислав Шаховҡа фотоға ла төшөргән. Кадрҙа планета дүңгәләген һиҙемләргә була, башлыса водород һәм гелийҙан торған планетаны газ гиганты тип тә атайҙар.

Сатурнды тағы бер нисә көн күҙәтергә була. 17 октябрҙә ул көнсығышта 19.18 сәғәттә ай менән бер юлы күренәсәк. Һыуғояр йондоҙлоғонда төнө буйы балҡыясаҡ. Ҡояш ҡалҡыуға 50 минут ҡалғас, Сатурн көнбайышта ҡала, ә бер сәғәттән Ай ҙа офоҡта юғала.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас