АТАЙСАЛ
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғлүмәт
18 Сентября 2024, 11:30

Скульптор иҫтәлегенә музей

Сибай ҡалаһындағы бик күп бюстар авторының хәтерен мәңгеләштереү маҡсатында уға музей асыу планлаштырыла.

Скульптор иҫтәлегенә музейСкульптор иҫтәлегенә музей
Скульптор иҫтәлегенә музей

--Билдәле яҙыусы Таңсулпан Ғарипова Сибай институтына килде. Уҡыу йортоноң икенсе корпусында беҙ бергәләп Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле скульптор Хәйҙәр Хәлидәр улы Ғариповтың музейын эшләйәсәкбеҙ. Таңсулпан апай буласаҡ музей урынын ҡарарға килде һәм бер юлы Хәйҙәр ағайҙың ҡайһы бер эштәрен, альбомдарын да алып килде. Хәйерле сәғәттә булһын,--тип хәбәр итә институттың матбуғат хеҙмәте Рәүилә Хәсәнова.

Билдәле булыуынса, Хәйҙәр Ғарипов оҙаҡ йылдар Сибайҙа йәшәне. Уның оҫта ҡулдары менән Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди һәм башҡа шәхестәрҙең һыны булдырылды. Уларҙың күбеһе Сибай институты алдында ултыра. Йылайырҙа - Бабич, Учалыла Шәкирйән Мөхәмәтйәнов һыны ла бар.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас