Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
7 Сентябрь 2024, 11:00

АЛТЫН ХАЛҠЫ ТАУЫШ БИРӘ

Сибай ҡалаһының Алтын ҡасабаһы халҡы һайлауҙың тәүге көнөнән үк әүҙемлек күрһәтә. Ололар ҙа, йәштәр ҙә гражданлыҡ бурысына етди ҡарай. 85 йәшлек  Әнүәр Ғәйфулла улы Абдуллин бер ҡасан да мөһим саранан ситтә ҡалмай. Оло йәштәге һайлаусы булараҡ, уны һайлау комиссияһы бүләкләгән дә.

АЛТЫН ХАЛҠЫ ТАУЫШ БИРӘ
АЛТЫН ХАЛҠЫ ТАУЫШ БИРӘ

--628-се һайлау участкаһында 6-сы йыл эшләйем. Бөгөн һайлауҙарға бөтә ғаилә менән килгәндәр күп булды, иң беренсе булып гражданлыҡ бурысын үтәүселәргә бүләктәр ҙә ҡаралған. Өлкән йәштәге һайлаусылар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Беҙҙең һайлау участкаһы бағыусыһына айырым рәхмәтебеҙҙе еткергебеҙ килә: шәхси эшҡыуар Әхмәров Йәмил Азамат улы ("Зөмәрә" күмәртәләп һатыу базаһы). Бөгөн , 7 сентәбрҙә , "Тиҫтер" клубы берләшмәһенең Алтын клубында Ғаилә һабантуйы уҙғарыла. Төрлө күргәҙмәләр, уйындар, конкурстар ойошторола,--ти комиссия ағзаһы Гөлдәр Вәлит ҡыҙы Үлйәбаева.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: