Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
6 Сентябрь 2024, 08:40

СИБАЙҘАР ӘҮҘЕМЛЕК КҮРҺӘТӘ

Бында йәмғеһе 2015 кеше һайлаусы булырға тейеш, ә иртәнге 20 минут эсендә (8.00-8.20 сәғәт арауығында) 43 кеше тауыш та биргән ине. Улар араһында йәй көнө генә 18 йәшен тултырған Рафаэль да бар. Ул атаһы менән бергә килеп, тәү ҡат гражданлыҡ бурысын үтәне. Уға һайлау комиссияһы иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

СИБАЙҘАР ӘҮҘЕМЛЕК КҮРҺӘТӘ
СИБАЙҘАР ӘҮҘЕМЛЕК КҮРҺӘТӘ

Бөгөн республикабыҙҙың ижттмағи-сәйәси тормошонда мөһим ваҡиға--беҙ республика башлығын һайлайбыҙ. Һайлау бөгөн башланып, йәнә ике көн дауам итә. Был бик уңайлы, һәр кем үҙенең буш ваҡытында өс көндөң береһендә һайлау участкаһына барып һайлай ала.

Сибай ҡалаһы халҡы үҙенең гражданлыҡ бурысына етди ҡарай. Тәүге көндә үк, йәғни бөгөн бик күптәр һайлау участкаларына ағылды. Мәҫәлән, ҡаланың 636-сы һайлау участкаһында иртәнге 8-ҙә үк һайлаусылар күп ине. Бында йәмғеһе 2015 кеше һайлаусы булырға тейеш, ә иртәнге 20 минут эсендә 43 кеше тауыш та биргән ине. Улар араһында йәй көнө генә 18 йәшен тултырған Рафаэль да бар. Ул атаһы менән бергә килеп, тәү ҡат гражданлыҡ бурысын үтәне. Уға һайлау комиссияһы иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

--Халыҡ бик дәррәү килә. Иң беренсе килеүселәргә, ололарға, тәү ҡат һайлаусыларға бүләктәр өләшәбеҙ,--ти һайлау комиссияһы рәйесе Сажиҙә Факил ҡыҙы.

Шулай уҡ һәр һайлаусы "Рәхмәт" акцияһында ҡатнашыу өсөн ленталар алды.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: