Һалдаттар бедереүенсә, уазиктар менән аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡты күсереп йөрөтөү, ә мотоциклдар яу яланынан яралыларҙы тиҙ алып сығыу өсөн кәрәк.
– Ғәҙәттә, ошондай ҙур техника ебәрер булһаҡ, республика хөкүмәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итәбеҙ. Шуныһы һөйөнөслө, ыңғай яуап алабыҙ һәм техниканы урынына еткереү өсөн ҙур йөк ташыу фураһының хеҙмәте менән ҡулланабыҙ. Был юлы ла һатып алынған техникаларҙы уңышлы тейәп, егеттәргә оҙаттыҡ. Ошо урында, әлбиттә, барса район халҡына рәхмәт әйтке килә. Беҙ һеҙҙең менән көслө! – тип белдерҙе район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Фәрит Әбделмәнов.
Сығанаҡ: "Ауыл уттары"