Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
18 Июль , 22:10

Ярҙам күрһәтеү параметрҙары көсәйтелә

Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса хөкүмәт ғәмәлдәге «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программалары сиктәрендә медицина хеҙмәткәрҙәренә компенсация алыу шарттарын йомшарта.

Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса хөкүмәт ғәмәлдәге «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программалары сиктәрендә медицина хеҙмәткәрҙәренә компенсация алыу шарттарын йомшарта.

Министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, хәҙер бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүе тураһында килешеү ғәмәлдә булған ваҡытта медицина хеҙмәткәрҙәре бер тапҡыр эш урынын алмаштырырға--шул уҡ төбәктең икенсе һаулыҡ һаҡлау ойошмаһына күсергә мөмкин.

Шулай уҡ дәүләт башлығы тәҡдиме менән яңы төбәктәрҙә ошо программаларҙа ҡатнашыусылар өсөн түләү күләме ике тапҡырға арттырылды: табиптар өсөн--2 миллион һумға тиклем; фельдшерҙар, акушерҙар һәм шәфҡәт туташтары өсөн--1 миллион һумға тиклем. Был маҡсаттарға 1 миллиард һумдан ашыу ҡаралған, шуның 350 миллиондан ашыуы--2024 йылға.

Автор:
Читайте нас: