АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
18 Июль , 19:45

УНАН АҠЫЛЛЫ КЕШЕ ЮҠ ИНЕ...

--Минең улымдан да аҡыллы кеше юҡ ине, ипле, кешелекле, кеселекле, иғтибарлы һәм ихтирамлы булды,--тип күҙенә йәштәрен ала батыр яҡташыбыҙҙың әсәһе  Динә Вәлиәхмәт ҡыҙы.

УНАН АҠЫЛЛЫ КЕШЕ ЮҠ ИНЕ...
УНАН АҠЫЛЛЫ КЕШЕ ЮҠ ИНЕ...

Бөгөн Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы буйынса хәрби комиссариатында тулҡынландырғыс сара булды. Махсус хәрби операция яугиренә үҙе үлгәндән һуң бирелгән “Батырлыҡ” ордены уның улына тапшырылды.

Таһир Зәки улы Хамматов Мәскәү өлкәһендә тыуған. Сибай ҡалаһы гимназияһында уҡый. Унан БДУ-ның Сибай институтында юридик факультетта белем ала. Мобилизация башланғас, ул ил һаҡларға юллана.

--Минең улымдан да аҡыллы кеше юҡ ине, ипле, кешелекле, кеселекле, иғтибарлы һәм ихтирамлы булды. Ике бала атаһы ине. Улы Әнүәр ситтән тороп институтта уҡып та, эшләп тә йөрөй. Ҡыҙы Әлиә колледж бөттө,--тип күҙенә йәштәрен ала батыр яҡташыбыҙҙың әсәһе  Динә Вәлиәхмәт ҡыҙы.

Сибай ҡалаһы башлығы А.М.Юлдашбаев ҡулынан атаһының орденын Әнүәр тулҡынланып та, ғорурланып та алды. Әлбиттә, орден балаларға—атайҙы, әсәгә улды алмаштырмаҫ. Әммә ҡаһармандарса яу юлы үткән ғәзиздәренең батырлығын хәтерҙәренә төшөрөп, ҡәҙерләп һаҡланыр.

Автор:Резеда Валиева