АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
23 Июнь 2024, 07:30

ХИЖӘП КЕЙЕҮҘЕ ТЫЙҒАНДАР

Закон менән тыйғандар, кем кейә - уға штраф...

Тажикистан Президенты Эмомали Рахмон 35 яңы законға ҡул ҡуйҙы. Шуларҙың береһе—кейемгә ҡағыла. Закон буйынса хәҙер мосолмандарға чадор һәм хижәп кейеү тыйыла (никаб күптән тыйылған).

Президент быны сит милли кейемдәрҙең илгә үтеп инеүенә бәйләй һәм Тажикистанда милли мәҙәниәтте һаҡларға кәрәк тип билдәләй. Кем законды боҙа—уға штраф һалына. Сит илдән Тажикистан өсөн ят булған кейемдәрҙе алып килеү ҙә тыйыла.

Балалар үҙ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәтен белеп үҫһен өсөн закондар үҙгәртелә. Шул уҡ ваҡытта уларҙың хәүефһеҙлеге лә уйланыла. Ҡорбан, Ураҙа байрамдарында өй беренсә әйенселәп йөрөү тыйылған.

Әйткәндәй, Тажикистанда 10 йыл элек үк экстремизим, терроризм һәм радикализацияға ҡаршы көрәшә башланылар. Мәсеттәрҙе теркәү барышында ҡайһы бер дини йорттар законға ҡаршы килә тип ябылғайны.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас