Мәғлүмәт
30 Мая 2024, 06:15

Өфөлә "Мин башҡортса һөйләшәм" фестивале үтә

1 июндә Арт-квадратта "Мин башҡортса һөйләшәм" фестивале ойошторола. 

Добавить в предпочтительные источники Google

"Мин башҡортса һөйләшәм" - телебеҙҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡорт теленең ғаилә фестивале. Фестиваль көндөҙгө сәғәт 12-лә балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн «Тел лабораторияһы» майҙансығынан башлана. Киске сәғәт 17:00 оло сәхнә фестивалдең төп майҙансығына әүерелә, унда башҡорт эстрадаһының бойондороҡһоҙ йәш артистарының концерты үткәрелә.(6+)

Автор:
Читайте нас