АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
23 Май , 09:45

СИБАЙҘА ЛА "НИГЕҘ" БУЛАСАҠ!

Яҡташыбыҙ, йәш режиссер Фәрзәнә Утарбаеваның ҡыҫҡа метражлы фильмы халыҡ хөкөмөнә сыҡты.

СИБАЙҘА ЛА "НИГЕҘ" БУЛАСАҠ!
СИБАЙҘА ЛА "НИГЕҘ" БУЛАСАҠ!

--Хәйерле көн, дуҫтарым! Һеҙ, нәфис әҙәбиәт һөйөүселәр, кино сәнғәтен дә үҙ итәһегеҙ, әлбиттә. Кисә кис мин "Родина" кинотеатрында йәш режиссер Фәрзәнә Утарбаеваның "Нигеҙ" тип аталған ҡыҫҡа метражлы, әммә тәрән фәлсәфәле, ҙур мәғәнәле фильмының премьераһында булдым. Көслө тәьҫораттар, ҡалын уйҙар йөкмәп ҡайттым, тыуған нигеҙенә, изге хәтергә тоғролоҡ һаҡлаған олатайҙың һүҙҙәрен бәйнә-бәйнә иҫкә төшөрҙөм... Ауылдар етемһерәй, быуындар бәйләнеше өҙөлә, туған телгә һайығыу янай түгелме?! Ә ниндәй талантлы актерҙар башҡара ролдәрҙе! Улар уйнап килештермәй, көсәнмәй, ә гүйә тәбиғи ҡәлбендә йәшәй, ышандыра, йөрәкте тулатып, зиһенде һиҫкәндерә! Нигеҙ һағы, хәтер бағы олатай ролендәге Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин үҙе генә лә ни тора! Ә билдәле тележурналист Сәрүәр Суринаның фекер алышыу өлөшөндәге сығышы үҙе бер тарих. Уның был фильмда уйнауы осраҡлы килеп сыҡҡан икән һәм был осраҡлылыҡтың тамашаға күркәмлек өҫтәгәнен танымай мөмкин түгел. Субтитрҙарҙа русса йөкмәтке ҡуйылыуы ла оҡшаны.Ҡыҫҡаһы, иманым камил, "Нигеҙ" - милли кинобыҙҙа ҙур ваҡиға ул!--тип яҙа социаль селтәрҙә яҙыусы Гөлнур Яҡупова.

 

Яҡташыбыҙ, йәш режиссер Фәрзәнә Утарбаева әйтеүенсә, июнь башында "Нигеҙ"ҙе сибайҙар ҙа ҡарай аласаҡ.

 

Һүрәттә: Фәрзәнә Утарбаева төп ролде башҡарған геройҙары - Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Риф Сәйфуллин һәм Стәрлетамаҡ драма театры актеры Рәсил Сынбулатов менән.

Автор:Резеда Валиева