Бинала фельдшер кабинеты, процедура, персонал һәм дарыуҙар һаҡлау өсөн бүлмәләр булдырылған. Сирлеләрҙе фельдшер Азалия Әхмәтйәнова ҡабул итәсәк. Пациенттарға планлы, кисектергеһеҙ һәм ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә мөмкинлек-тәр бар. Бинаға коммуникациялар, электр уты, һалҡын һәм эҫе һыу үткәрелгән.
Азалия—ошо ауыл ҡыҙы, Өфө медицина колледжын тамамлап, баш ҡаланың 18-се дауахана поликлиникаһында фельдшер булып ике йыл эшләй. Тыуған ауылына эш-кә “Ауыл фельдшеры” про-граммаһы буйынса ҡайтҡан.
Ауылда 240 кеше йә-шәй, шуларҙың 60-ы—балалар. Бер сабыйға әле 1 йәш тә тулмаған.
–Ғүмәр ауылы халҡының ҡыуанысын беҙ ҙә ихлас уртаҡлашабыҙ. Ауыл халҡы тәүге медицина ярҙамы алыуҙан тыш, бында диспансерлаштырыу үтәсәк, табипҡа электрон сиратҡа тора, анализдар бирә, вакцина яһатасаҡ,—ти Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Илшат Рыҫҡужин.—Быйыл шулай уҡ Төркмән ауылында табип амбулаторияһы, Ур-ғаҙала–участка дауаханаһы, ә Юлыҡ-та дөйөм практика табип офисын асыу планлаштырыла. Беренсе Этҡол ауылындағы табип амбулаторияға капиталь ремонт эшләнәсәк.
Әйткәндәй, республика Рәсәйҙә фельдшер-акушер пункттар һаны бу-йынса лидер булып тора, ике меңдән ашыу пункт бар. Быйыл тағы 107 медицина учреждениеһы төҙөләсәк.
К.Ишбулдина.