Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
27 Апрель , 11:40

Башҡортостандан яралы яугир бер нисә көн емереклектәр аҫтында ятып, иҫән ҡалған

Башҡортостан яугире дүрт көн буйына махсус хәрби операция участкаларының береһендә емереклектәр аҫтында ятҡан. Ул аңын юғалтҡан, ләкин иҫән ҡалған.

Башҡортостандан яралы яугир бер нисә көн емереклектәр аҫтында ятып, иҫән ҡалған
Башҡортостандан яралы яугир бер нисә көн емереклектәр аҫтында ятып, иҫән ҡалған

Башҡортостан яугире дүрт көн буйына махсус хәрби операция участкаларының береһендә емереклектәр аҫтында ятҡан. Ул аңын юғалтҡан, ләкин иҫән ҡалған. «Ҡайтыр» позывнойлы яҡташыбыҙ тураһында «Башҡортостандың халыҡ фронты» телеграм-каналы хәбәр итә.

Билдәле булыуынса, яугир үҙ подразделениеһы составында алышта ҡатнашҡан. Отряд дошман уты аҫтына эләкһә лә, бурысын үтәгән. Әммә «Ҡайтыр» яраланғанғандан һуң иҫен юғалтып, емереклектәр аҫтында тороп ҡалған. Алыш тынғас, иптәштәре яу урынына килеп, уны ҡотҡарған. Уларҙың береһе Бишбүләктән «Колос» позывнойлы яугир булып сыҡҡан.

Хәҙер «Ҡайтыр» госпиталдә дауалана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ҡайтыр» уҙған йылдың аҙағында илдең оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән. Ошо ваҡыт эсендә бер нисә хәрби операцияла ҡатнашҡан. Шуларҙың береһендә ул Георгий таҫмалары беркетелгән бронежилет тапҡан, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-04-26/ranennyy-boets-svo-iz-bashkirii-neskolko-dney-probyl-pod-zavalami-i-vyzhil-3745079

Автор: