Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
27 Апрель , 08:55

Башҡортостанда махсус хәрби операция контрактсыларына бер тапҡыр бирелә торған түләү арттырылды

Башҡортостанда илдең Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән хәрби хеҙмәткәрҙәргә 205 мең һум аҡса түләү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡта әйтте. Республика етәксеһе тейешле указға ҡул ҡуйған.

Башҡортостанда махсус хәрби операция контрактсыларына бер тапҡыр бирелә торған түләү арттырылды
Башҡортостанда махсус хәрби операция контрактсыларына бер тапҡыр бирелә торған түләү арттырылды

Ярҙам сараһы саҡырылыш йәки мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә алынған һәм ошо йылдың 1 майынан 1 сентябренә тиклем Рәсәйҙең Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итеү тураһында килешеү төҙөгән хәрби хеҙмәткәрҙәргә ҡағыла.

«Шулай итеп, контракт төҙөгәндә яҡташтарыбыҙға 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тәғәйенләнә. Шуның 205 меңе — Башҡортостандан, 195 мең һумы — Рәсәйҙең Оборона министрлығынан. Бынан тыш, ҡайһы бер муниципалитеттар муниципаль түләүҙәр билдәләне. Өфө лә түләй. Был беҙгә артабан махсус хәрби операция зонаһындағы хәрбиҙәребеҙ менән бәйләнеш тоторға һәм уларға ярҙам итергә мөмкинлек бирә», — тине Радий Хәбиров.

Автор: