Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
8 Апрель , 08:50

Хәүефһеҙлек һағында

Көндәрҙең ҡапыл йылыныуы, ҡарҙың күп булыуы, өҫтәп ямғырҙар яуыуы ташҡынға килтерҙе. Күп ауылдарҙа баҙҙарға һыу төштө, баҡсаларҙы һыу баҫты. Ә күрше өлкәлә, һыуһаҡлағыстар йырылып китеү сәбәпле, өйҙәр һыу аҫтында ҡалды. Беҙҙең төбәктә лә һыуһаҡлағыстар бар. Шуға бик уяу булырға кәрәк. Кисә төнгә ҡарай Хәйбулла районы Юлбарыҫ ауылында хәүефһеҙлек саралары күрелде.

Хәүефһеҙлек һағында
Хәүефһеҙлек һағында

Һыуһаҡлағыс ярҙары нығытылды, ир-егеттәр өмәгә сыҡты,  дежурҙар булдырылды.

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлармын тигән. Бәлә-ҡазалар урап үтһен.

Автор:Резеда Валиева