

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Р.Шәрипов:
--Хәйбулланың иң яҡшы башҡорт теле кабинеты ҡайҙа? Бүребайҙа, дуҫтар!
Башҡортостанда «Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты» республика конкурсына йомғаҡ яһалды һәм иң яҡшылары тип табылған ун белем усағы араһында беҙҙең Бүребай ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты ла бар. Еңеүселәргә кабинеттарҙы мультимедиа комплексы менән йыһазландырыу өсөн сертификаттар тапшырылды. Конкурс башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ижади эшмәкәрлеген үҫтереүгә, уларҙың һөнәри үҫешен дәртләндереүгә, кабинеттарҙың матди-техник базаһын нығытыуға, башҡорт телен туған һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыу буйынса инновацион эшләнмәләргә һәм технологияларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. 2009 йылдан алып уңышлы эшләп килгән һәләтле йәш уҡытыусы - Лилиә Рәис ҡыҙы Гәрәеваны ошо мәртәбәле еңеүе менән ихлас күңелдән ҡотлайым, артабан да ижади уңыштар теләйем!