+30 °С
Болотло


Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналында республика халҡын киҫәтте. Яҡын көндәрҙә һауа торошо тотороҡһоҙ буласаҡ, яуым-төшөм яуасаҡ, ел көсәйеүе ихтимал. Ошо сәбәпле алыҫ араға юлға сығыуҙан, айырыуса төнөн, тыйылып тороу яҡшыраҡ. Йәйәүлеләргә лә һаҡ булыу талап ителә.
Фото:alshvesti.ru