АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
14 Ноябрь 2023, 09:40

Ҡар яуыуын көтәһегеҙме?

Башҡортостан синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте.

Ҡар яуыуын көтәһегеҙме?Ҡар яуыуын көтәһегеҙме?
Ҡар яуыуын көтәһегеҙме?

Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн республикала ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +2, +7 градус.

15 ноябрҙә урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -2, +3 градус, көндөҙ 0, +5 градус.

16 ноябрҙә бер аҙ ҡарлы ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -2, +3 градус.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 22, 23, 24, 25 һәм 26 ноябрҙә көслө магнит дауылдары көтөлә.

 

Фото: photocentra.ru

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас