АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
7 Ноябрь 2023, 09:55

Табалар бит исемде...

Башҡортостанда киң таралған һәм һирәк осраған исемдәр билдәле булды. «ЗАГС реестры» сайтының яңыртылған мәғлүмәттәренә ярашлы, малайҙарға — Абдулрахман, Виктор Стоун, Риман, Аполлинарий, Меружан, ә ҡыҙҙарға Хилолви, Мөнирә, Илайда, Оминави, Ариадна тип тә ҡушалар.

Табалар бит исемде...Табалар бит исемде...
Табалар бит исемде...

 

Республикала Әминә (393 ҡыҙ), София (361), Ева (346), Арина (344) һәм Амелия (343) кеүек ҡатын-ҡыҙ исемдәре популяр. Малайҙарға ата-әсәһе йышыраҡ Әмир (484), Тимур (347), Марк (346), Матвей (341) һәм Мирон (337) тигән исемдәрҙе һайлай.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-07/viktor-stoun-hilolvi-i-ominavi-v-bashkirii-nazvali-samye-populyarnye-i-redkie-imena-novorozhdennyh-3508860

 

Бына шулатып хәбәр итә "Башинформ" агентлығы. Беҙҙең Зөһрә, Сәлимә, Айгөл, Ғәлиәләр, Салауат, Азамат, Булат, Заһирҙар ҡайҙа булды икән ул?

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас