АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
30 Сентябрь 2023, 10:20

ҺЫУ - ЙӘШӘҮ СЫҒАНАҒЫ

Ир-егеттәр шишмәне рәтләгән, эргәһенә ағастар ултыртҡан...

ҺЫУ - ЙӘШӘҮ СЫҒАНАҒЫҺЫУ - ЙӘШӘҮ СЫҒАНАҒЫ
ҺЫУ - ЙӘШӘҮ СЫҒАНАҒЫ


--Йосоп ҡоҙоғон рәткә килтереү буйынса өмә уҙғарылды, ташын яңынан бурап, йорт урынлаштырҙыҡ. "Йәшел Башҡортостан" акцияһы буйынса эргәһенә ағастар ултыртып, ваҡытлыса кәртәләнде, сүп-сарҙан таҙартылды.
Быйыл ауыл биләмәһендә ҡоҙоҡтарҙы һәм шишмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды. Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ, өмәлә ҡатнашҡан барлыҡ ир -егеттәргә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Эштәрендә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ,--тип яҙалар Хәйбулла районы Аҡъюл ауылы биләмәһенең социаль селтәрендә.

Хәбәр итеүҙәренсә, бының менән генә эш бөтмәй. Ауыл биләмәһендә тағы шишмәләр бар әле. Улар ҙа төҙөкләндереүҙе көтә.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас