АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
12 Сентябрь 2023, 10:40

БАШҠОРТСА УЙНАЙЫҠ!

"Сүлмәк һуғыу", "Тоҡта йүгереү", «Ҡалаҡ менән йүгереү», «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Йәшерәм яулыҡ», «Бәке уйыны», «Биш таш»... Тағы ниндәй башҡорт уйындарын беләһегеҙ? Әйҙәгеҙ, балаларға өйрәтәйек! Фестивалдә ҡатнашырға ла була...

БАШҠОРТСА УЙНАЙЫҠ!БАШҠОРТСА УЙНАЙЫҠ!
БАШҠОРТСА УЙНАЙЫҠ!

14-17 сентябрҙә Өфөнөң Совет майҙанында үтәсәк "Әйҙә, уйнарға" Бөтә Рәсәй фестивалендә балалар өсөн халыҡ уйындары уҙғарыла. "Сүлмәк һуғыу", "Тоҡта йүгереү", «Ҡалаҡ менән йүгереү», «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Йәшерәм яулыҡ», «Бәке уйыны», «Биш таш» исемле традицион башҡорт уйындарын ойоштороу ҙа ҡаралған.

Шулай уҡ балаларҙы "Беҙ бергә" флешмобы үткәрелә, йәйәнән уҡ атыу, ағас уйынсыҡтар әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе лә ҡаралған. Ҡатнашыусылар өсөн бүләктәр әҙерләнгән

 

Фестиваль менән тулыраҡ танышығыҙ: https://айдаиграть.дети/
 
 
Фото: stylishbag.ru
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас