АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
11 Июль 2023, 14:10

"АУЫЛ ИПОТЕКАҺЫ"НЫҢ КҮЛӘМЕН АРТТЫРҒАНДАР

Ул ике тапҡырға артҡан: 3 миллиондан 6 миллион һумғаса. 

"АУЫЛ ИПОТЕКАҺЫ"НЫҢ КҮЛӘМЕН АРТТЫРҒАНДАР"АУЫЛ ИПОТЕКАҺЫ"НЫҢ КҮЛӘМЕН АРТТЫРҒАНДАР
"АУЫЛ ИПОТЕКАҺЫ"НЫҢ КҮЛӘМЕН АРТТЫРҒАНДАР

Программаны киңәйтеү тураһындағы ҡарар Рәсәй хөкүмәте сайтында баҫылған. Тимәк, күптәр 3% ставкаһы менән кредит алып, ауыл еренән йорт йә фатир ала ала. Әйткәндәй, "Ауыл ипотекаһы" буйынса Башҡортостан алдан бара. 2022 йылда әлеге программа буйынса төбәктә 2,1 миллиард һумлыҡ 800-ҙән ашыу кредит бирелгән. Россельхозбанк аша 450 ғаилә быйыл кредит алған, дөйөм сумма – 1,2 млрд һум.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас