+30 °С
Болотло


--Йомаш ауылы биләмәһендә бик матур, тулҡынландырғыс ваҡиға булып үтте. Махсус хәрби операция зонаһынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыусы Нурғәлене ҡаршы алдыҡ. Әсәһенең дә, беҙҙең дә күҙҙәргә йәш тулды.
Яугир егетебеҙ менән ихлас итеп аралышып, уға матур теләктәр теләп, тыуған еренә аяҡ баҫыуы менән аяттар бағышлап, доғалар ҡылдыҡ.
Яу яланында йөрөгән барлыҡ егеттәребеҙгә һаулыҡ, сыҙамлылыҡ, бөтәһенең дә тыуған яҡҡа, ата - әсәһе, ғаиләһе, туғандары янына имен - һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!
Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм еңеү менән ҡайтыуығыҙ ҙы көтәбеҙ,--тип яҙа ауыл китапханасыһы.