АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
23 Июнь 2023, 03:55

Башҡортостанда йәшәүселәр опеканы хәҙер онлайн рәүештә юллай ала

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Һанлы үҫеш министрлығы менән берлектә үрҙә әйтелгән хеҙмәтте электрон төрҙә һынауҙы тамамланы.

Башҡортостанда йәшәүселәр опеканы хәҙер онлайн рәүештә юллай алаБашҡортостанда йәшәүселәр опеканы хәҙер онлайн рәүештә юллай ала
Башҡортостанда йәшәүселәр опеканы хәҙер онлайн рәүештә юллай ала

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Һанлы үҫеш министрлығы менән берлектә үрҙә әйтелгән хеҙмәтте электрон төрҙә һынауҙы тамамланы.

Хәҙер опеканы, попечителлекте (шул иҫәптән опеканы һәм попечителлекте алдан юллау) йәиһә патронатты өйҙән сыҡмайынса, Дәүләт хеҙмәттәре аша рәсмиләштерергә мөмкин. Был функция шәхси кабинеттарҙа һәм һылтанма буйынса асыҡ: https://goo.su/SDLsGj

Электрон форманың өҫтөнлөгө шунда: ваҡытты экономиялау һәм опека органдарына йәки Күп функциялы үҙәккә шәхсән мөрәжәғәт итә алмағандар өсөн уңайлы. Бынан тыш, онлайн-хеҙмәт сираттарҙан ҡотолорға һәм яуап алыу ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас