Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
14 Декабрь 2022, 10:50

БАШЛЫҠ МӨРӘЖӘҒӘТНАМӘ МЕНӘН СЫҒЫШ ЯҺАЙ

15 декабрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 49-сы ултырышында Республика Башлығы Радий Хәбиров парламентарийҙарға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай.

БАШЛЫҠ МӨРӘЖӘҒӘТНАМӘ МЕНӘН СЫҒЫШ ЯҺАЙ
БАШЛЫҠ МӨРӘЖӘҒӘТНАМӘ МЕНӘН СЫҒЫШ ЯҺАЙ

15 декабрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 49-сы ултырышында Республика Башлығы Радий Хәбиров парламентарийҙарға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай.

Сарала Федерация Советы сенаторҙары, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары, республика хөкүмәте ағзалары, башҡарма власть органдары һәм федераль ведомстволарҙың территориаль бүлексәләре етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, социаль, мәҙәни, белем биреү учреждениелары вәкилдәре, традицион конфессиялар лидерҙары, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре ҡатнаша. Тура трансляцияны RUTUBE-та Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайҙың сәхифәһендә ҡарарға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-12-14/radiy-habirov-obratitsya-s-ezhegodnym-poslaniem-k-gossobraniyu-bashkirii-3070378

Автор:Резеда Валиева