Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
22 Ноябрь 2022, 12:00

ИХ, БИГЕРӘК МАТУР!

Хәйбулла районында милли кейем бәйгеһе башланды

ИХ, БИГЕРӘК МАТУР!
ИХ, БИГЕРӘК МАТУР!

ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ ХАКИМИӘТЕНЕҢ СОЦИАЛЬ СЕЛТӘРҘӘГЕ БИТЛӘҮЕНДӘ ЯҘАЛАР:

«Гәләбәш түңе буйында». Ошондай исем аҫтында район мәҙәниәт йортонда төбәк милли кейем бәйгеһе башланды. Республикабыҙҙа киң билдәле, башҡорт фольклорын, ғаилә көнкүреш йолалаларын өйрәнеүсе, мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индереүсе, башҡорт ете ырыуының ҡатын-ҡыҙҙар кейемдәрен тергеҙеүсе, сәсәниә, билдәле шәхес Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙы Усманованың яҡты иҫтәлегенә арналған бәйгелә Хәйбулла, Баймаҡ, Көйөргәҙе райондарының оҫталары йыйылды. Сараны йәмләп килгән Өфө ҡунаҡтары араһында республика ҡатын-ҡыҙҙарының “Ағинәй” йәмғиәт етәксеһе Гөлфиә Янбаева, шағирә Ғәлиә Кәлимуллина һәм сараның төп бағымсыһы - Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙының ейәнсәре - Рәзилә Туғыҙбаева һәм туғандары бар.

Автор:Резеда Валиева