АТАЙСАЛ
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғлүмәт
26 Октября 2022, 11:35

МУЗЕЙ-ҠУРСАУЛЫҠҠА КИЛЕГЕҘ!

«Ирәндек» тарих, археология һәм ладшафт музей-ҡурсаулығы һеҙҙе көтә!

МУЗЕЙ-ҠУРСАУЛЫҠҠА КИЛЕГЕҘ!МУЗЕЙ-ҠУРСАУЛЫҠҠА КИЛЕГЕҘ!
МУЗЕЙ-ҠУРСАУЛЫҠҠА КИЛЕГЕҘ!

4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә беҙҙе сәнғәт берләштерәсәк. Республикала был көндө «Сәнғәт төнө-2022» бөтә Рәсәй акцияһы старт ала.

Оло мәҙәни сараға «Ирәндек» тарих, археология һәм ландшафт музейы-ҡурсаулығы ла ҡушыла. Әммә халыҡҡа, тәү сиратта балаларға уңайлы булһын өсөн, беҙҙең Археология музейында сараны көндөҙ үткәреү ҡаралған.

Дуҫлыҡҡа өндәгән, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙе, быуындар бәйләнешен нығытыуҙы маҡсаты итеп ҡуйған байрамды беҙҙең менән берлектә билдәләргә саҡырабыҙ.

Ғәзиз Ватаныбыҙҙың тарихы, боронғо ҡомартҡылар ҡыҙыҡһындырһа, мотлаҡ килегеҙ.

Музей 4 ноябрҙә көндөҙгө 12-нән киске 6-ға тиклем эшләй.
Инеү бушлай.
Байрам уңайынан шәп форсаттан файҙаланып ҡалығыҙ!

Музейҙың адресы:
Баймаҡ ҡалаһы,
Азанов урамы, 20,
«Гөлназ» магазины» туҡталышы.

Һорауҙар булһа, «Ирәндек» музейы-ҡурсаулығы хеҙмәткәре Венер Нәбиевҡа һәм археолог Рәшит Солтановҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/npc_culture

 

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас