+18 °С
Облачно


Был китап тотош ауыл менән берлектә яҙылды тип әйтергә була. Бында әлеге көндә ошо ауылда йәшәүсе ғаиләләр, уларҙың ата-әсәләре, балалары хаҡында һөйләнелә. Шулай уҡ тарихҡа күҙ һалына, булған хәлдәр ҡыҙыҡ итеп тәфсирләнә, тарихи фотолар бирелә. Китап бик күләмле, 500 биттән тора. 200 данала нәшер ителгән.
Яҙмаларҙы Сыңғыҙ ауылы ҡыҙҙары -- Ярат мәктәбе директоры Миләүшә Юлдашбаева һәм журналист Резеда Усманова бер урынға туплап, мөхәррирләп шәхси эшҡыуар Айбулат Уразбахтин типографияһында баҫтырҙы.