Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
6 Сентябрь 2022, 09:15

БАШҠОРТОСТАНДА КОНКУРС ИҒЛАН ИТЕЛДЕ

100 меңдән миллион һумғаса аҡса оторға мөмкин.

БАШҠОРТОСТАНДА КОНКУРС ИҒЛАН ИТЕЛДЕ
БАШҠОРТОСТАНДА КОНКУРС ИҒЛАН ИТЕЛДЕ

Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн конкурс иғлан итә. Йортто иң яҡшы торошта тотоусыларға аҡсалата ярҙам күрһәтелә.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, «Күп фатирлы йорттарҙы һәм улар янындағы террторияны төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы объект» конкурсы 1 сентябрҙән 1 ноябргә тиклем бара. Еңеүселәр диплом һәм 100 меңдән 1 миллион һумғаса премия ала.

Алынған аҡсаны йортто, йорт янын төҙөкләндереүгә, күп фатирлы йорттоң рәйесенә 15 мең һумғаса премия биреүгә тотонорға мөмкин.

Конкурс комиссияһы 1 декабргә тиклем эшләй. Еңеүселәрҙе декабрҙә билдәләйҙәр.

 

Фото: интернеттан.

Автор:Резеда Валиева