АТАЙСАЛ
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғлүмәт
30 Августа 2022, 06:10

ХӘЙБУЛЛАЛАР ЙӨК ОҘАТТЫ

Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәргә ярҙамыбыҙ тейһә, беҙ бик шат булыр инек, ти улар...

ХӘЙБУЛЛАЛАР ЙӨК ОҘАТТЫХӘЙБУЛЛАЛАР ЙӨК ОҘАТТЫ
ХӘЙБУЛЛАЛАР ЙӨК ОҘАТТЫ

Хәйбулла районы халҡы әүҙем рәүештә «Өләсәйем хәстәрлеге» акцияһына ҡушыла. Улар Донбасҡа бергәләшеп гуманитар ярҙам әҙерләй. Әле илдә барған акцияға райондың Ветерандар йәмғиәте ҡушылған.

—Битараф булмаған мәрхәмәтле ололарыбыҙ Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларындағы яңғыҙ өлкәндәр, мохтаж балалар өсөн үҙ ҡулдары менән йылы әйберҙәр бәйләп тапшырҙы. Район буйынса был акцияла бөтәһе 150-нән ашыу «көмөш волонтер» ҡатнашып, бөтәһе 170-тән ашыу бәйләнгән изделиелар әҙерләне. Афарин оло йәштәге мәрхәмәтле кешеләребеҙгә, изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ. Иҫәнлек, һаулыҡ насип булһын барығыҙға ла,—тип яҙалар Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайының социаль сәхифәһендә.

 

Фото: хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайының «Бәйләнештә» селтәренән алынды.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас