АТАЙСАЛ
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғлүмәт
3 Июня 2022, 06:30

ГРАФ КҮЛЕ БУЙЫНА КИЛЕГЕҘ!

Иртәгә, 4 июнь, Граф күле буйында район һабантуйы үтә. Һеҙҙе сағыу программа көтә. «Ылаҡ» милли уйыны, ат сабышы һәм башҡа ярыштар үтә, ҡымыҙ фестивале ойошторола, республика йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт була.

ГРАФ КҮЛЕ БУЙЫНА КИЛЕГЕҘ!ГРАФ КҮЛЕ БУЙЫНА КИЛЕГЕҘ!
ГРАФ КҮЛЕ БУЙЫНА КИЛЕГЕҘ!

10.00 сәғәттә — Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу. Унан Балалар һабантуйы башлана. 11.00 -11.55 сәғәттәрҙә Ҡымыҙ фестивале, милли көрәш, «Урал ере» тип аталған тамаша.
12.00 сәғәттә  — Рәсми өлөш.
Артабан «Тракторҙар вальсы», «Ылаҡ» милли уйыны, ат сабышы.
14.30 сәғәттә — концерт. «Арғымаҡ», «Дәрүиш-Хан» төркөмдәре, Азат Биксурин, Рөстәм Ғиззәтуллин, Тимур Рамазанов, Дияна Ишниязова һәм башҡалар ҡатнаша.
Сара милли уйындар, спорт ярыштары менән үрелеп бара.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас