Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
21 Март 2022, 12:40

ИҒТИБАР: БАЛАЛАР!

Балаларҙы автобустарҙа, шәхси машиналарҙа ташыуға иғтибар көсәйтелә.

ИҒТИБАР: БАЛАЛАР!
ИҒТИБАР: БАЛАЛАР!

Мәктәп уҡыусылары өсөн каникул башланыр алдынан һәм каникул мәлендә Дәүләт автоинспекция хеҙмәткәрҙәре профилактик эшкә айырым иғтибар бүлә. Сибай ҡалаһында әле “Иғтибар: балалар!” акцияһы старт алды, ул 8 апрелгә тиклем дауам итә.

Төп бурыс—балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларын булдырмау. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уҡытыусылар менән бергә кластарҙа әңгәмәләр ойоштора, юл ҡағиҙәләрен өйрәтә. Был көндәрҙә юл инспекторҙары күләмле саралар янында булырға тырыша. Балаларҙы автобустарҙа, шәхси машиналарҙа ташыуға иғтибар көсәйтелә.

Хөрмәтле ата-әсәләр, ололар! Балаларға өлгө булығыҙ, юл ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!

Мирзат Үзбәков, ЮХХДИ хеҙмәткәре.

 

Автор:Резеда Валиева