АТАЙСАЛ
+22 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғлүмәт
11 Марта 2022, 13:00

ЙӘРМИНКӘЛӘР ҮТӘ

Шәмбе һәм йәкшәмбе республикала йәрминкәләр үтә. Беҙҙең төбәктә ул ике ерҙә ойошторола: Баймаҡ ҡалаһы, Стаханов урамы, 1 һәм Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы, Баҙар урамы,22

ЙӘРМИНКӘЛӘР ҮТӘЙӘРМИНКӘЛӘР ҮТӘ
ЙӘРМИНКӘЛӘР ҮТӘ

Республика Башлығы социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, иртәгә һәм иртәнән һуңға республиканың 44 муниципалитетында 56 сауҙа нөктәһендә ауыл хужалығы йәрминкәһе үтә.
Шуларҙың береһе иртәгә Баймаҡ ҡалаһында ойошторола. Сауҙа Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы филиалы биләмәһендә буласаҡ. Унда ит, бал, һөт аҙыҡтары, йәшелсә, балыҡ продукцияһы һатыуға сығарыла.

Махсус кейем (халат, алъяпҡыс, бирсәткәләр) кейеү, алтаҡталар ҡуйыу, документтарҙың булыуы, хаҡтарҙың баҙар хаҡынан түбән булыуы шарт тип ҡуйыла. Коронавирустан һаҡланыу маҡсатында дистанция тотоу, һаҡланыу саралары күреү мөһим.
Сауҙа өсөн урындар буш бирелә. Белешмәләр өсөн телефон: 3-17-46, 2-17-15.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас