АТАЙСАЛ
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғлүмәт
7 Февраля 2022, 12:00

Юғары тиҙлекле «Өфө – Ҡазан» поезын ебәреү күҙаллана

Радий Хәбиров юғары тиҙлекле «Өфө – Ҡазан» поезын ебәреү пландары менән уртаҡлашты Элек ике күрше республика араһында ошондай поезд йөрөгән, ләкин бәйләнеш ябылған.

Юғары тиҙлекле «Өфө – Ҡазан» поезын ебәреү күҙалланаЮғары тиҙлекле «Өфө – Ҡазан» поезын ебәреү күҙаллана
Юғары тиҙлекле «Өфө – Ҡазан» поезын ебәреү күҙаллана

««Был башҡорт һәм татар халҡының милли биҙәктәре төшөрөлгән бик ҡыҙыҡлы поезд булмаҡсы. Рәсәй тимер юлдарындағы коллегаларыбыҙға ҙур рәхмәт», – тине Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 31 ғинуарҙа тимер юл транспортын үҫтереүгә арналған кәңәшмәлә Куйбышев тимер юлы начальнигы Вячеслав Дмитриев ошо проекттың эшләй башлауы тураһында хәбәр иткәйне.

 «Юлға яҡы 15 сәғәт самаһы ваҡыт китә. Артабанғы маҡсат – юлдағы ваҡытты 12 сәғәткә ҡалдырыу. Быға тиклем ике республика араһындағы тимер юл бәйләнеше 21 сәғәт дауам иткән, халыҡ йөрөмәгәс, ябылған. Был поезды «тәгәрмәсле ҡунаҡхана» тип әйтергә мөмкин. Поезд Өфөнән кис көнө ҡуҙғала, иртәнсәк Ҡазанда була», — тип билдәләне Куйбышев тимер юлы начальнигы.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас