АТАЙСАЛ
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғлүмәт
4 Февраля 2022, 04:25

Сибайҙан Өфөгә «Ҡарлуғас»та елербеҙ

Быйыл Магнитогорск ҡалаһы менән Өфө араһында «Ҡарлуғас» электр поезы йөрөй башлаясаҡ. Артабан ул юлын дауам итеп беҙҙең Сибай ҡалаһына ла килеп етәсәк.

Сибайҙан Өфөгә «Ҡарлуғас»та елербеҙСибайҙан Өфөгә «Ҡарлуғас»та елербеҙ
Сибайҙан Өфөгә «Ҡарлуғас»та елербеҙ

Төбәктә тимер юлы транспортын үҫтереү мәсьәләһе ғинуар аҙағында баш ҡалала үткән кәңәшмәлә тикшерелде.

Республика Башлығы Радий Хәбиров «Рәсәй тимер юлдары» акционерҙар йәмғиәте филиалы—Куйбышев тимер юлы етәксеһе Вячеслав Дмитриев менән эшлекле шарттарҙа һөйләшеү алып барҙы. Бынан тыш кәңәшмәлә тимер юлы йүнәлешен үҫтереүҙең яңы тармаҡтары ҡаралды. Ике етәксенең осрашыуы алдынан ғына Бәләбәй районының Приютово ҡасабаһына «Көнбайыш экспрес»ы йүнәлтелде. Яҡын арала был юғары тиҙлекле хәүефһеҙ транспорт Өфө һәм Белорет ҡалаһын да тоташтырмаҡсы. Был маршрутҡа «Ҡарлуғас» электр поезының яңы составын ебәреү күҙаллана.

--Беҙ шулай уҡ алдыбыҙға «Ҡарлуғас» экпресын Өфө-Айгир һәм Өфө-Магнитогорск-Сибай маршрутында йөрөтөү бурысын да ҡуябыҙ. Поезд оҙаҡ бара тип уйламағыҙ, ул сәғәтенә 160 саҡрым тиҙлек менән елдерә ала,--тине Вячеслав Дмитриев.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: «Ҡарлуғас» экпресының беренсе тест рейсы Өфө менән Магнитогорск ҡалалары араһында 2020 йылдың декабрендә булды. Ул ваҡытта республиканың баш ҡалаһынан 04:24 сәғәттә ҡуҙғалған юғары тиҙлекле электричка күрше өлкәнең Магнитогорск ҡалаһына 10:13 сәғәттә барып етте. Шулай итеп электричка был таулы-ташлы арауыҡты 5 сәғәт 49 минутта үтте. Әлбиттә, автомобилдә был тәңгәлдә ваҡыт аҙыраҡ китә, әммә ике ҙур агломерацияны тоташтырған пассажир поезы тиҙлегенән күпкә шәберәк. Әйткәндәй, былтыр ғинуар айында Өфө һәм Абҙаҡ ҡасабаһы араһында “Урал легендаһы” ҡала яны поезы йөрөй башланы.

Силәбе һәм Магнитогорск ҡалалары араһында «Ҡарлуғас» электр поезы 2020 йылдың ноябренән алып пассажирҙар ташый. Бер йыл эсендә был поезд 330 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндергән. Поезға хаҡ даими күтәрелеп торһа ла, теләгән ерҙәренә имен-һау барып етергә ниәтләгән юлаусылар тап уға ултырып йөрөүгә өҫтөнлөк бирә.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас