Мәғлүмәт
7 Января 2022, 14:10

Юлдар тайғаҡ

Республика юлдарында һауа торошо насарайыу күҙәтелә: температура кинәт алмашына, епшек ҡар яуа. Ҡайһы бер райондарҙа  - буран, боҙлауыҡ, юлдарҙа - ҡар өйөмдәре ятыуы күҙәтелә. "Төндә һауа температураһы -8...-13 градусҡа төшһә, был боҙлауыҡҡа килтерәсәк", - тип хәбәр итте Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт идаралығы.

Юлдар тайғаҡЮлдар тайғаҡ
Юлдар тайғаҡ

Ошоға бәйле, Башҡортостандың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса баш дәүләт инспекторы Владимир Севастьянов транспортҡа идара иткәндә бик иғтибарлы булырға саҡыра. Ауыл-ҡалаларҙан ситкә сыҡмау, әлбиттә, иң хәйерлеһе. Әгәр ҙә юлға сығып өлгөргәнһегеҙ икән, тиҙлек режимын һаҡлау, йәйәүлеләр юлын үткәндә бигерәк тә иғтибарлы булыу талап ителә. Тейешле арауыҡты һаҡлап хәрәкәт итеү, ҡайыш тағыу, салондағы балаларға ҡарата хәстәрлекле булыу ҙа күңелһеҙ хәлдәрҙән аралар.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре баш ҡалабыҙ Өфөлә лә, республика һәм федераль трассаларҙа ла көсәйтелгән режимда эшләй. ЮХХДИ-ның республика буйынса дежур бәйләнеше: 235-84-02, 233-27-31; Өфө буйынса – 237-84-80, 237-02-02.

Әйткәндәй, "Приуралье" автоюл идаралығы хәбәр
иткәненсә, федераль трассаларҙа хәрәкәт ҡәҙимгесә, әлегә ауырлыҡһыҙ бара. Башҡортостанда федераль юлдарҙа 114 берәмек техника эшләй.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас