АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
9 Ноябрь 2021, 15:35

АСЫЛМАЛА БУЛЫР ҺИНЕҢ ҺҮРӘТ!

Еңеү шыршыһын һүрәткә төшөр һәм Яңы йыл асылмаһының авторы бул!

АСЫЛМАЛА БУЛЫР ҺИНЕҢ ҺҮРӘТ!
АСЫЛМАЛА БУЛЫР ҺИНЕҢ ҺҮРӘТ!

Еңеү шыршыһын һүрәткә төшөр һәм Яңы йыл асылмаһының авторы бул!

Еңеү музейы, Рәсәй почтаһы һәм Оксана Федорованың мәрхәмәтлек фонды “Еңеү шыршыһы”н һүрәткә төшөр” исемле традицион конкурсты иғлан итә.

Был конкурста 6 йәштән өлкәндәр ҡатнаша ала. Һуғыш осоронда шыршыны нисек биҙәгәндәр? Шыршы уйынсыҡтарын нисек эшләгәндәр? Яңы йылға нимә бүләк иткәндәр? Ошо һорауҙарға яуаптар эҙләргә һәм уны һүрәттә сағылдырырға кәрәк. Рәсем байрамға әҙерлек мөхитен сағылдырып тороуы шарт. Ҡатнашыусылар өләсәләренең, ҡартаталарының һөйләгәндәренә таянып һүрәт төшөрә ала. Ғаилә фотоһына, ғаилә тарихына таянырға мөмкин. Һүрәттәрҙе 28 ноябргә тиклем Еңеү музейы сайтына ҡуйырға кәрәк. Ойоштороусылар төрлө йәш арауығында – 6-8, 9-11, 12-14, 15-17 һәм 18 йәштән ололар араһында номинациялар булдыра һәм еңеүсене билдәләй. Өс еңеүсе сайтта тауыш биреүгә сығарыла. Иң күп тауыш йыйыусылар тамашасылар һөйөүе призына лайыҡ буласаҡ.

Еңеүселәр исеме 10 декабрь билдәле була. Уларҙың һүрәтен Рәсәй почтаһы Яңы йыл асылмаларында (открыткаларҙа) ҡулланасаҡ.

 

Автор:Резеда Валиева