АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
4 Август 2021, 12:00

Эш кәрәкме? Рәхим ит!

Сибай ҡалаһында «Снэма сервис» компанияһының вәкиллеге асылды. Ойошма сибайҙарға яңы вакансиялар тәҡдим итә.

Эш кәрәкме? Рәхим ит!
Эш кәрәкме? Рәхим ит!

Беҙҙең заманда эш эҙләү, күңелә ятҡан шөғөл табыу бик ауыр. Сөнки күп кенә ойошмалар социаль пакет тәҡдим итмәй, бәғзеләр кадрҙар һайлауға “бармаҡ аша” ҡарай. «Снэма сервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сәнәғәт төҙөлөшө һәм сервис хеҙмәтләндереү өлкәһендә илебеҙҙә алдынғы урындарҙы биләй. Ойошманың маҡсаты – кадрҙар туплау ғына түгел, һәр хеҙмәткәрҙе һөнәри яҡтан үҫтереү ҙә. Шулай уҡ эшселәрҙе йәшәгән урынында теркәү ҙә айырым иғтибарға лайыҡ. 
--Был компанияның үҙенсәлеге шунда эшселәр ҡайһы ерҙә йәшәй, шунда теркәлеү үтә. Йәғни, республиканың төрлө ауыл-ҡалаларынан эш эҙләп мөрәжәғәт итеүселәр Башҡортостанда теркәлеү үтә. Шунан ғына улар илебеҙҙең төрлө төбәктәренә эшкә ебәрелә,-- ти «Снэма сервис» йәмғиәтенең Сибайҙағы  вәкиле Илүзә Мусина.

Йәмғиәттең төп йүнәлештәре булып төҙөлөш-монтаж, ебәреү-көйләү эштәре һәм сервис хеҙмәтләндереү иҫәпләнә. Компания шулай уҡ хеҙмәткәрҙәренә социаль ярҙам күрһәтә. Маҡсатҡа ирешеү өсөн иң беренсе нәүбәттә һөнәри белем бирә, төрлө яҡтан камиллашыуға булышлыҡ итә. Предприятиеның программаһы менән тулыһынса Сибай ҡалаһының халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә 6 августа үтәсәк вакансиялар йәрминкәһендә танышырға мөмкин.

Фото "Снэма сервис" йәмғиәте сайтынан. 

Автор:Гульдар Кадаева