АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
30 Июль 2021, 11:05

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ИҪӘПКӘ АЛЫНА

Иртәгә Рәсәйҙә ауыл хужалығын иҫәпкә алыу сараһы башлана

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ИҪӘПКӘ АЛЫНА
АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ИҪӘПКӘ АЛЫНА

Быйыл 1-30 августа Рәсәйҙә ауыл хужалығын иҫәпкә алыу үтә. Ауыл хужалығы ойошмалары, крәҫтин-фермер хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар, шәхси ихата хужалығы—барыһы ла күҙ уңында тотола.

1-16 августа ауыл хужалығы ойошмалары, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, шхси эшҡыуарҙар үҙ аллы электрон иҫәпкә алыу битен тултыра.
1-30 августа шәхси ихата хужалығына, коммерциялы булмаған граждандар берекмәһенә планшет менән иҫәпкә алыусылар килә.

Росстат алынған мәғлүмәттәрҙә конфиденциальность һаҡланасағына гарантия бирә. Бөтә белешмәләр дөйөмләштерелеп кенә күрһәтеләсәк.

Ауыл хужалығын иҫәпкә алыуҙа һорауҙар булһа, Башҡортостанстат белгестәренә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Автор:Резеда Валиева