Бөтә яңылыҡтар

БАШҠОРТ ЛИЦЕЙЫНА - 30 ЙӘШ!

Башҡортостаныбыҙ үҙаллылыҡ алып, рухи күтәрелеш яулай башлаған мәлдә телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға оло иғтибар бүленде. Нәҡ ошо йылдарҙа Сибай ҡалаһында башҡорт балалары өсөн мәктәп булдырыу идеяһы тыуа. Ул ҡаланың 13-сө мәктәбе булараҡ 1993 йылда эш башлай. Беҙ бөгөн уны Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы итеп беләбеҙ. Белем усағы утыҙ йыл эсендә бик күп уңыштарға өлгәште. Бында, әлбиттә, мәктәп уҡытыусыларының, хеҙмәткәрҙәренең өлөшө ҙур. Улар йәш быуынға белем генә түгел, ә тәрбиә бирҙе, милли үҙаң тәрбиәләне. Бөгөн юбилей кисәһендә беҙ уның "емештәрен" күрҙек, "татыныҡ".

БАШҠОРТ ЛИЦЕЙЫНА - 30 ЙӘШ!
БАШҠОРТ ЛИЦЕЙЫНА - 30 ЙӘШ!

Башҡорт лицейының юбилей сараһына хакимиәт, мәғариф бүлеге вәкилдәре, ҡаланың мәктәп директорҙары, балалар баҡсаһы мөдирҙәре, колледж, Сибай институты етәкселәре, мәғариф ветерандары, элекке сығарылыш уҡыусылары, Өфө, Стәрлетамаҡ лицейы директорҙары килде. Сара бай күргәҙмә эшенән башланды. Ҡунаҡтар мәктәп буйлап сәйәхәт итте, алдынғы уҡыусыларҙың уңыштарын ҡарап һоҡланды, талантлы балалар сығышын алҡышланы.

Сараның төп өлөшөндә уҡытыусылар, мәктәп хеҙмәткәрҙәре Маҡтаулы исемдәр, Почет грамоталары менән тәбрикләнде. Әйткәндәй, лицейҙың әлеге директоры Дилә Урал ҡыҙы Фәтҡуллинаға һәм география уҡытыусыһы, тәжрибәле остаз Урал Мөхәмәт улы Байдәүләтовҡа Башҡортостан Республикаһының Мәғариф отличнигы исеме бирелде. Ихлас ҡотлайбыҙ! Артабан да башҡорт балаларына көслө билем һәм тәрбиә биреп, милләтебеҙгә тоғро хеҙмәт итергә яҙһын!

Сара хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт гәзитебеҙҙә буласаҡ.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: