АТАЙСАЛ
-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

ЯҢЫ ЗАКОН

Уҡыусылар физкультура дәрестәренә һаулыҡ торошон иҫәпкә алып индерелә

ЯҢЫ ЗАКОН
ЯҢЫ ЗАКОН

Рәсәй Президенты Владимир Путин балаларҙы физкультура дәрестәренә табиптарҙан алған белешмә менән генә индерергә рөхсәт итеү тураһында законға ҡул ҡуйған. Тейешле документ Рәсәйҙең хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Дәүләт Думаһы депутаттары «Граждандарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында» һәм «Мәғариф тураһында» закондарға төҙәтмәләрҙе бер тауыштан ҡабул иткәйне. Парламенттың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, төҙәтмәләргә ярашлы, махсус әҙерлеге булған педагогтар һәм башҡалар тәүге ярҙам күрһәтергә мөмкин. Был уларҙың бурысы түгел, ә хоҡуғы ғына.

Хәҙер бала физкультура дәресенә табип һығымтаһы яҙылған ҡағыҙ менән генә инергә тейеш. Уны медицина тикшереүе үткәргәндән һуң бирәләр. Сөнки мәктәптәге бәхетһеҙ осраҡтарҙың күпселеге физкультура дәрестәрендә теркәлә.

Бынан тыш, яңы ҡағиҙәләр буйынса белем биреү ойошмалары уҡыусыларға беренсе ярҙам күрһәтеүҙе тәьмин итергә бурыслы. Был мәктәптәргә генә түгел, балалар баҡсаларына ла ҡағыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-06-13/shkolnikov-na-uroki-fizkultury-budut-dopuskat-s-uchetom-sostoyaniya-zdorovya-3298395

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: