Бөтә яңылыҡтар

МӘКТӘП АВТОБУСЫНДА - ЙЫЛ СИМВОЛИКАҺЫ

Йылайыр районының ике мәктәп автобусы Уҡытыусы һәм остаз йылы логотибы, шулай уҡ  рус педагогы, яҙыусы, Рәсәйҙә башланғыс педагогикаға нигеҙ һалыусы Константин Ушинский фотоһы менән биҙәлгән.

--Мөһим һәм кәрәкле һөнәрҙе шул рәүешле популярлаштырырға булдыҡ. Мәктәптә ике автобус. Береһендә - Ушинский, икенсеһендә - йыл логотибы. Балаларға, ата-әсәләргә лә был эксперимент оҡшаны: улар ҡыҙыҡһына, кемдең фотоһын тороуын һораша, биографияһын өйрәнә,--ти Н.Р.Ириков исемендәге мәктәп директоры Алексей Щипакин.

Мәғариф министрлығының пресс-секретаре Лина Сарбаева Йылайыр мәктәбе практикаһын башҡа мәктәптәр ҙә күтәреп алыр тигән уйҙа.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: