АТАЙСАЛ
-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Иҫке Сибайҙа мәктәп асыласаҡ! Ниһайәт!

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә төҙөлгән мәктәп сафҡа индерелә. 375 уҡыусыға иҫәпләнгән өс ҡатлы бина 30 йылдан ашыу ауылға хеҙмәт иткән иҫке мәктәптең урынында төҙөлгән.Яңы мәктәптең дөйөм майҙаны - 8 мең квадрат метр. Эсендә - уҡыу бүлмәләре, тренажер залы, ашхана, ҙур акт залы. Спорт зонаһында ике баскетбол, волейбол һәм еңел атлетика корты, шулай уҡ футбол яланы, ял һәм уйын майҙансыҡтары урынлашҡан.

Иҫке Сибайҙа мәктәп асыласаҡ! Ниһайәт!
Иҫке Сибайҙа мәктәп асыласаҡ! Ниһайәт!

"Был Урал аръяғы өсөн бик мөһим һәм күптән көтөлгән объект. Беҙ республиканың һәр районының социаль инфраструктураһы халыҡ ихтыяжына яуап бирһен өсөн тырышабыҙ. Әле Башҡортостанда 60-ҡа яҡын социаль объект төҙөлә", – тип билдәләгәндәр республиканың Төҙөлөш министрлығында.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: