Бөтә яңылыҡтар

ЙӘШ УРМАНСЫЛАР

Баймаҡ районы Беренсе Этҡол ауылы мәктәбендә эшләп килеүсе «Йәш урмансылар» түңәрәге ағзалары илектәргә «күстәнәс» алып барған...

ЙӘШ УРМАНСЫЛАР
ЙӘШ УРМАНСЫЛАР

—Беренсе Этҡол урта мәктәбенең бер төркөм уҡыусылары, йәғни «Йәш урмансылар» түңәрәге ағзалары, 6- сы класс уҡыусылары (етәксеһе –Моталлапова Миңлегөл Төхвәт ҡыҙы), саңғы спортын үҙ итеүсе балалар (етәксеһе-Йортбәков Рәсих Рәсүл улы), ҡышҡы миҙгелде ябып, тәбиғәт ҡосағына экскурсияға сыҡтылар.Тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, саф һауа һулап, рәхәтләнеп саңғы шыуып, күңелле ял иттеләр. Йәш урмансылар илектәргә миңлектәр элергә онотманылар. Сөнки быйылғы йылда ҡарҙың ҡалын булыуын иҫәпкә алғанда, уларға ризыҡ табыуы ҡыйын.
Артабан уҡыусылар физик культура уҡытыусыһы Йортбәков Рәсих Рәсүл улы бешергән телде йоторлоҡ былауҙы тәмләп, күстәнәстәр менән эҫе сәй эсеп, бик ҡәнәғәт таралышты.
Экскурсия барышында ярҙам итеүсе беҙҙең коллегалар Гөлсинә Рәүил ҡыҙы Йортбәковаға һәм Ҡасҡынова Ғәлиә Хәйҙәр ҡыҙына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ,—тип яҙа «Йәш урмансылар» түңәрәге етәксеһе Әлфирә Азаматова.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: