Бөтә яңылыҡтар

Мәғариф - ул беҙ

Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы педагогтары Баймаҡ лицей-интернатында ойошторолған "Мәғариф - ул беҙ" асыҡ сараһында ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторған сарала "Эшлекле әңгәмә: практикум", "Педагогик оҫтахана", "Бала саҡ иле" майҙансыҡтары эшләне. Уларҙа Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура райондары, Сибай ҡалаһы педагогтары сығыш яһаны , фекер алышты, тәжрибә менән уртаҡлашты. Урал аръяғының милли мәктәптәре өсөн ойошторолған стратегик сессиянан уҡытыусылар рухланып, яңы тәьҫораттар алып ҡайтты.

Мәғариф - ул беҙ
Мәғариф - ул беҙ

 

Баймаҡтарҙың күкрәктәре күк, тиҙәр. Шулай булмаҫлыҡмы ни? 4 фҽвралдә Урал аръяғының башҡорт тҽлҽ һәм әҙәбиәтҽ уҡытыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәсҽләрҽ, коллҽдж уҡытыусылары, милли мәктәптәр дирҽкторҙары һәм пҽдагогтары өсөн "Мәғариф - ул бҽҙ!" стратҽгик сҽссияһынан һуң тағы бер тапҡыр күкрәк ҡағырлыҡ булды шул!

Баймаҡ лицей-интернаты
уҡытыусыларының сарала ҡатнашыусы һәр береһен йылмайып, ихлас ҡаршы алыуҙарына һөйөндөм! Ябай, алсаҡ, ҡунаҡсыл яҡташтарым!

Күҙҙәрендә осҡон, һүҙҙәрендә - ут-ялҡын сағылған уҡыусыларҙың сәхнәлә сығышына һоҡландым! Кескәй күңелкәйҙәре тулы оло һөйөү, бөйөк рух һәм ғәм!

Милли мәғарифтың көнүҙәк мәсьәләләре хаҡында эшлекле һөйләшеүҙәр, проект сессиялар, оҫталыҡ кластары менән гөрләгән был көндө үҙ эшенең оҫтаһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алдырханова Әлнисә Рәхимйән ҡыҙын күреп, ҡыуандым! Телгә оло һөйөү уятҡан, ижад серҙәренә төшөндөргән,
тормош матурлығын күрә -тоя белергә өйрәткән, еңеүҙәргә ынтылыш тәрбиәләгән уҡытыусым!

Стратегик сессияға йыйылған Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла райондары, Сибай ҡалаһы уҡытыусылары үҙ эштәрен презентациялағанда, сәхнәлә Сибай институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеген тамамлаған группалаштарымды күреп, шатландым. Тел яҙмышын иңдәргә алып, бер уй-хәстәрҙә бер юлдан атлап киләбеҙ!

"Мәғариф - ул беҙ" сараһын юғары кимәлдә үткәреүҙә оло көс һалған Баймаҡ лицей-интернаты директоры Абубакиров Иҙел Данил улы өсөн ғорурландым! Сибай интернат-гимназияһында бергә белем-тәрбиә алған, ҡанаттар нығытҡан класташтар беҙ!

Күпме һөйөнөс, күпме шатлыҡ, күпме ҡыуаныс, күпме ғорурлыҡ! Күкрәк ҡағып, күгәрерлек тә шул!

Баймағым, һиндә үҫеп, рухын нығытҡан ҡыҙың, йәнә һинән илһам-көс алып, ҙур тәжрибә туплап, ҡарашын киңәйтеп, яңы маҡсат ҡуйып, тағы үҙ юлына сыға. Рәхмәт һиңә, атайсалым!

Ләйсән Мостафина.

Мәғариф - ул беҙ
Мәғариф - ул беҙ
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: