Бөтә яңылыҡтар

Сибай гимназия-интернаты иң шәп Топ-10 иҫәбендә!

Сибай гимназия-интернаты Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы инновацион милли мәктәптәренең Топ-10 исемлегенә ингән. Рейтинг дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының уртаса балына, Рәсәйҙең алдынғы юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән сығарылыш уҡыусылары, төбәк һәм Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабында, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһында еңеүсе һәм призерҙар иҫәбенә ҡарап төҙөлгән.

Сибай гимназия-интернаты иң шәп Топ-10 иҫәбендә!
Сибай гимназия-интернаты иң шәп Топ-10 иҫәбендә!

Гимназия-интернат директоры Роза Бикбованы, ул етәкләгән берҙәм коллективты, гимназистарҙы ҡотлайбыҙ! Гел шулай алдынғылар рәтендә булыуҙарын теләйбеҙ!

Автор:Гульдар Кадаева