АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

XIX БЫУАТҠА СӘЙӘХӘТ

Әйтергә кәрәк, балда ҡатнашыусы уҡыусылар XIX быуат аристократтары ролен үтә лә оҫта башҡарҙылар: ҡыҙҙар үҙҙәрен нәзәкәтле ханымдар итеп күрһәтһә, егеттәр ҡыҙҙарға ҡарата үтә лә ихтирамлы кавалер ролендә булды.

XIX БЫУАТҠА СӘЙӘХӘТ
XIX БЫУАТҠА СӘЙӘХӘТ

Үткән аҙнала Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында ҡала кимәлендә ойошторолған Пушкин балы уҙғарылды. Ҡала мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары, уҡытыусылар, ата-әсәләр, мәғариф идаралығынан килеүсе ҡунаҡтар – барыһы ла XIX быуаттың серле, шаулап-гөрләп торған көндәренә әйләнеп ҡайтҡандай булды. Кисәлә полонез, Венс вальсы, хушлашыу вальсы бейеүҙәре башҡарылды, күренекле шағирҙарыбыҙҙың шиғри әҫәрҙәре, романстар яңғыраны, ә инде уҡыусыларҙың бал мәлендәге сәхнәләштереүҙәре әүәлге аристократтарҙың холоҡ-фиғелен, ҡыҙыҡһыныуҙарын, уларҙың үҙҙәрен ни рәүешле тоторға тейешлектәрен күрһәтте. Әйтергә кәрәк, балда ҡатнашыусы уҡыусылар XIX быуат аристократтары ролен үтә лә оҫта башҡарҙылар: ҡыҙҙар үҙҙәрен нәзәкәтле ханымдар итеп күрһәтһә, егеттәр ҡыҙҙарға ҡарата үтә лә ихтирамлы кавалер ролендә булды.

Инде өсөнсө тапҡыр уҙғарылған Пушкин балының мәктәп уҡыусылары өсөн тәрбиәүи әһәмиәте ҙур. Улар бөйөк шағир йәшәгән һәм ижад иткән быуаттың тарихы, мәҙәниәте менән яҡындан таныша, аң даирәһен киңәйтә. Киләсәктә был сара традицион рәүештә үткәрелер, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Раушания Рамаҙанова

Автор:Резеда Валиева