Бөтә яңылыҡтар

ҠОТЛАЙБЫҘ!

Баймаҡ ҡалаһының 4-се мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы  Шахморатова- Тойғонова Зөбәйҙә Әүхәҙи ҡыҙы "Рәсәй Федерацияһының  Почетлы мәғариф хеҙмәткәре" исеменә лайыҡ булды.Уҡытыусыны лайыҡлы наградаһы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ

ҠОТЛАЙБЫҘ!
ҠОТЛАЙБЫҘ!

Шахморатова-Тойғонова Зөбәйҙә Әүхәҙи ҡыҙы 1965 йылдың 3 июлендә тыуған. Сыңғыҙ 8 йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Күмертау педагогия училищеһында белем ала, 1983 йылда уны тамамлағас, ауыл мәктәбенә физкультура уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта. Ошо йылдарҙа ауыл йәштәре менән полит уҡыуҙар алып бара, ауылдың комсомол ойошмаһы етәксеһе булараҡ, йәштәр араһындағы барлыҡ эштәрҙе ойоштороусы ла, ярыш йомғаҡтарын сағылдырып барыусы ла була. 1986-1989 йылдарҙа Комсомол (хәҙергә Сәйғәфәр) урта мәктәбендә эшләй. Йомаш егете Х.Ш.Тойғоновҡа кейәүгә сыға, Хәмитйән Шәкирйән улы ла юғары белемле уҡытыусы. Улар Юлыҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә 9 йыл уҡыталар. 1998 йылда ғаилә башлығы Баймаҡ эске эштәр бүлегенә эксперт-криминалст булып эшкә күсә, ғаиләһе менән Баймаҡҡа күсеп киләләр. 
Зөбәйҙә Әүхәҙи ҡыҙы 2001 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт унивирситетының Сибай филиалында башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен алғас, Баймаҡ интернат- мәктәбендә башланғыс класс уҡыусыларына белем бирә башлай, 2009 йылдың сентябрынан Баймаҡ 4-се лицейында башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләй. Район хакимиәтенең, райондың мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. 2015 йылда “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы менән тығыҙ бәйләнештә булғаны өсөн Маҡтау ҡағыҙы ала. Уның уҡыусылары эҙләнеү эштәрендә, Гагарин кубогына уҙғарылған олимпиадаларҙа, комьпютер технологияһы буйынса «КРИТ» конкурсында республика этабы еңеүселәре һәм призерҙары булып табылды. Был ҡаҙаныштары өсөн уҡытыусыны 2017-2018, 2018-2019 уҡыу йылдарында Башҡортостан Мәғариф бүлеге министрлығы Рәхмәт хаты менән бүләкләне.
Хәмитйән Шәкирйән улы менән Зөбәйҙә Әүхәҙи ҡыҙы бер ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтереп, икеһенә лә юғары белем бирәләр. 

Автор:Резеда Валиева