Туған телдә белем һәм тәрбиә биргән иң яҡшы педагог кем булыр?

Республика мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы конкурсы тамамланды. Республика кимәленә сыҡҡан конкурсанттар араһында Сибайҙан Ләйсән Рәсүлева, Хәйбулланан Әлфиә Баймырҙина, Баймаҡтан Гөлсөм Әлбәкова, Йылайырҙан Вәсилә Таһирова бар.

Республика мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы конкурсы тамамланды. Яҙҙың тәүге көнөндә конкурстың финал этабы "Мәғариф сәйәсмәндәренең түңәрәк өҫтәле" сараһы менән ябылды. Конкурс һынауҙарын уңышлы үткән 15 педагог араһынан туған телдә белем биреүсе йыл педагогы исеменә кем лайыҡ булыр? 

 “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә ойошторолған сараның финалистары: Әлфиә Баймырҙина -- Хәйбулла районының "Шатлыҡ" 3-сө балалар баҡсаһы; Рәшиҙә Ғибаҙуллина -- Өфө ҡалаһының 308-се башҡорт балалар баҡсаһы; Ләйсән Рәсүлева -- Сибай ҡалаһының "Ҡурай" балалар баҡсаһы; Лилиә Үркенбаева -- Стәрлетамаҡ ҡалаһының 62-се балалар баҡсаһы; Лилиә Сыңғыҙова -- Өфө районы Шамонино ауылының "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы; Гөлсөм Әлбәкова -- Баймаҡ ҡалаһының "Айыуҡай" балалар баҡсаһы; Лилиә Вәлиуллина -- Өфө ҡалаһының 63-сө балалар баҡсаһы; Юлиә Фәтҡуллина -- Дыуан районы Мәсәғүт ауылының 2-се балалар баҡсаһы; Ләйсән Ғәлимова -- Асҡын районы Асҡын ауылының 2-се балалар баҡсаһы; Айгөл Ғайсина -- Өфө ҡалаһының 51-се башҡорт балалар баҡсаһы; Эльвира Рамазанова -- Белорет ҡалаһының "Тирмәкәй" 25-се балалар баҡсаһы; Әлфиә Ишимова -- Бөрйән районы Мәһәҙей ауылының мәктәпкәсә балалар төркөмө; Эльвира Хакова -- Дүртөйлө ҡалаһының "Алтынсәс" 12-се балалар баҡсаһы; Вәсилә Таһирова -- Йылайыр районының "Ромашка" балалар баҡсаһы; Гөлназ Абдуллина -- Яңауыл ҡалаһының "Миләшкәй" 9-сы балалар баҡсаһы. Еңеүсенең исеме конкурстың ябылыу тантанаһында аталасаҡ.

Беҙ иһә яҡташтарыбыҙ Ләйсән Рәсүлева, Әлфиә Баймырҙина, Гөлсөм Әлбәкова, Вәсилә Таһировалар өсөн янып-көйәбеҙ һәм уларҙың береһе еңеүсе булырына ышанабыҙ! Уңыштар һеҙгә, тәрбиәселәр!

#минобрнаукирб
#ПедагоггодаДООродныеязыки
#миллимәғариф

Автор:гульдар кадаева
Читайте нас