АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор

Сибайҙар еңеүселәр рәтендә

  Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үткән төбәк-ара олимпиадала Сибай ҡалаһынан 16 уҡыусы ҡатнашты. "Ирәндек" лицейынан Хәсәнова Рина (уҡытыусыһы Гөлнара Рафаэль ҡыҙы) еңеүгә өлгәште.

Сибайҙар еңеүселәр рәтендәСибайҙар еңеүселәр рәтендә
Сибайҙар еңеүселәр рәтендә

Яҡшыбаева Айгүзәл (гимназия, уҡытыусыһы Фатима Хәбиб ҡыҙы), Солтанова Наҙгөл (1-се мәктәп, уҡытыусыһы Сәриә Билал ҡыҙы), Маликова Ынйы (5-се мәктәп, уҡытыусыһы Земфира Ишбулды ҡыҙы),Ҡәҙербаева Айзилә (9-сы мәктәп, уҡытыусыһы Зөлфиә Хәйбулла ҡыҙы),Ҡаҙаҡбаева Альмира (Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы, уҡытыусыһы Айһылыу Мирсәйет ҡыҙы) призерҙар рәтендә билдәләнде.
Ҡотлайбыҙ!

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас