Бөтә яңылыҡтар

Хәйерле юлдар, балалар!

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яңылыҡ менән уртаҡлашты.

Хәйерле юлдар, балалар!
Хәйерле юлдар, балалар!

— Район мәктәптәрендә автобус паркын яңыртыу дауам итә.
Бөгөн Беренсе Этҡол ауылы мәктәбенә тантаналы шарттарҙа “ПАЗ” маркалы яңы автобус асҡысын тапшырҙыҡ. Яңы техника Ғәҙелбай ауылынан 31 баланы мәктәпкә йөрөтәсәк. Автобус уңайлы һәм бөтә тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Уҡыусылар автобус менән олимпиада, конкурс, экскурсияларға ла бара ала. Мәғариф учреждениелары автопаркын яңыртыу артабан дауам итәсәк, — тип яҙҙы башлыҡ.
Фото Ф.Әминев диуарынан.

Хәйерле юлдар, балалар!
Хәйерле юлдар, балалар!
Хәйерле юлдар, балалар!
Автор:Гульдар Кадаева